Pesni.guru - сайт для Гуру
Тыуған яҡтан киткән саҡта
Илап ҡалды аҡ сәскәләр,
Ауылымдан йәбешеп килгән
Илгәҙәктәр-дегәнәктәр.
Дегәнәктәр-илгәҙәктәр,
Һеҙ бит минең серҙәштәрем.
Тыуған яҡтан йыраҡтарҙа
Һеҙ һөртәһегеҙ күҙ йәштәрем.
Дегәнәктең энәләре
Сәнсеп тора йәндәремде.
Ҡайтып күр һин һағынғанда
Ғәзиз тыуған яғыңды.
Дегәнәктәр-илгәҙәктәр,
Ҡарамағыҙ асыу ҡатыш.
Ҡарғамағыҙ, ҡарғамағыҙ,
Ситтә йөрөү - беҙҙең яҙмыш.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1