Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

05. Тартай/Фил МС - Ҡарайым тик өҫкә | Текст песни

Тартай:

Мин ҡарайым ситтән, ҡоштарҙың киткәнен,
Китаптар юҡҡа сығарам бүлмәмдә бикләнеп.
Уйҙар икеләнә һаман көтәмен нимәлер,
Әгер ҙә яҙыусы үлһә, шиғырҙар уны күмәлер.
Күҙҙән йәштәрен түгәлер, кем юғалтҡан үҙ урынын,
Кемдең бала саҡтан тишеккә һыймай мороно.
Күрергә арыным, һулыған гөлдәрҙе,
Һулыр икәндәрен белгәс нимәгә һуң ул үҫтерҙе.
Минең уйҙар дөрөҫ түгел, мин бит яңлышамын һәр саҡ.
Йөрөгән ҡыҙыңмы әллә уның урынына ҡурсаҡ.
Тиҙ үткән бала саҡ усаҡта картуф ҡыҙҙырып,
Һуңынан мәктәптә ун бер йыл ыштан туҙҙырып.
Йөрөйҙәр йөҙҙән бер булып имеш улар бик текәләр,
Олатай папиросын тартып ҡарайҙы үпкәләр.
Апайым үпкәләр, тағы нимә яҙҙың тиеп
Ә мин ҡоштарға ҡарайым, башты аҫҡа эйеп.

Ҡушымта: (Тартай)

Ҡыйын минуттарҙа ваҡыт үткәнен көт тиҙәр,
Ҡыйын минуттар үтмәй мин нимәлер көтәм.
Ҡарамайым өҫтән, ҡарайым тик өҫкә,
Гәзит, журнал, ТВ ышанған булам дөрөҫкә.

Ҡыйын минуттарҙа ваҡыт үткәнен көт тиҙәр,
Ҡыйын минуттар үтмәй мин нимәлер көтәм.
Ҡарамайым өҫтән, ҡарайым тик өҫкә,
Гәзит, журнал, ТВ ышанған булам дөрөҫкә.

Фил МС:

Йөрәк тибә күкрәктә, тимәк мин иҫән,
Рэп уйынға кигән мәл, әле лә иҫтә.
Осло һүҙҙәр яңы битте рәхәтләнеп киҫә,
Таныш булығыҙ, ул исемһеҙ иҫәр.
Система ыҙалай күрмәй ыңғай һыҙаттарын,
Аяҡ осонда йөрөтә бойорҡ рәүештә
Боҙоҡ тәжрибә бойһондора ҡыҙарта.
Йәшел һүрәтле һанлы фәрештә... а-а
Был сым тоташҡан, унда булмай бушлыҡ,
Беренә инеп үҫешкән ролдәр килтерә ушты.
Битлектәре, хужага инеп үрсей,
Ситлектәре, ике кәртә түгел тәре.
Бәреп сығам тиһә берәү уны башҡалар йота,
Һәр кем урын өсөн ҡаңғыра, кемделер ота,
Ысҡынған йыуа битен иртәнге ысыҡта,
Төрмәлә ҡыҫыҡта йәки тәнде бысаҡ ҡысыта.

Ҡушымта: (Тартай)

Ҡыйын минуттарҙа ваҡыт үткәнен көт тиҙәр,
Ҡыйын минуттар үтмәй, мин нимәлер көтәм.
Ҡарамайым өҫтән, ҡарайым тик өҫкә,
Гәзит, журнал, ТВ ышанған булам дөрөҫкә.

Ҡыйын минуттарҙа ваҡыт үткәнен көт тиҙәр,
Ҡыйын минуттар үтмәй мин нимәлер көтәм.
Ҡарамайым &a

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Популярное сейчас
Видео
Нет видео
-