Тартай:
Ҡояш нуры төшмәҫ өсөн пәрҙәләр һирәк тартыла,
Мин иҫләгән бүлмә бында йәше лә ҡарты ла.
Ҡайҙан килеп эләккәндәр, ҡайҙан һуң мин бында,
Минең һорауҙарға коридоҙағы буш тындар.
Боҙола ти яндар, мин ҡурҡмайым дарыуҙарҙан,
Мин ҡурҡам табиптан, һуң ул икенсе ярҙан.
Ә тышта ҡыш яуа ҡарҙар, эҙҙәрҙе ул юйыр,
Аллам ишетеп тауышты бәлки урынына ҡуйыр.
Һәр саҡ нимәлер мин көттөм тышта ҡапҡа асылғандан,
Һәр саҡ күҙҙәрҙә ут һүнә яныр сағында.
Иҫләйем бала сағымда шулай көтә инем ҡышты,
Бына киде хәҙер ләкин юйманы күңелдән бушты.
Ҡасан һулышты туҡтатыр тип уйланым төнөн,
Әгәр мәғәнәһеҙ йәшәү үткән һәр бер көнөм.
Миңә асылыр ҙа кеүек был бүлмәлә тәҙрә,
Асылыр ҙа кеүек был бүлмәлә тәҙрә.
Ҡушымта: (Алмаш)
Бында дүртмөйөштә, тышта мөйөшһөҙ ҡалғандар,
Ышанмайым етәр, улар бит ялғандар.
Бында дүртмөйөштә, хәҙер беҙ бер милләт,
Дуҫым онотма бел, беҙ бит һинең менән.
Бында дүртмөйөштә, тышта мөйөшһөҙ ҡалғандар,
Ышанмайым етәр, улар бит ялғандар.
Бында дүртмөйөштә, хәҙер беҙ бер милләт,
Дуҫым онотма бел, беҙ бит һинең менән.
Алмаш:
Бында дүрт мөйөштә, кем юғалтыр үҙ урынын,
Кемдәр өй алдынан таба алманы юлын.
Ирейҙәр тиҙәр боҙҙар, иремәҫ йоҡоһоҙ таңдар,
Ә шул иртәләрҙә буталғайны юлдар.
Әсәһе улын астыр тиеп уйлағанда,
Уйлар ине ул да, ултыра табында.
Төҙөйөм хыялдар йәшәр өмөтләнеп күңел,
Тик юғала яҡтылыҡта, әйтерһең дә ғүмер түгел.
Һуңғы япраҡ төшмәй, беренсе ҡар биттә ирей,
Был ғүмерҙә һинһеҙ йәшәй ҙә ала ти.
Таң офоҡтар ҡыҙара тулҡындар,
Йә мине кәмәлә алып китер һымаҡ улар.
Минең уйҙарым ниндәй бейеклектә,
Ҡасан асылыр, асырҙар йоҙаҡты ишектә.
Һинең менән беҙ бер, һинең менән бергә,
Йәшәр өсөндөр тыуғанбыҙ беҙ ергә.
Ҡушымта: (Алмаш)
Бында дүртмөйөштә, тышта мөйөшһөҙ ҡалғандар,
Ышанмайым етәр, улар бит ялғандар.
Бында дүртмөйөштә, хәҙер беҙ бер милләт,
Дуҫым онотма бел, беҙ бит һинең менән.
Бында дүртмөйөштә, тышта мөйөшһөҙ ҡалғандар,
Ышанмайым етәр, улар бит ялғандар.
Бында дүртмөйөшт&
10. Тартай/Фил МС еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1