Фил МС... Бер ЮЛ...
Фил МС:
Тартай, Фил МС рэппер ике,
Беренсе микстейп ике мең ун ике (2012)
Был тик башы, алда ҙур хәрәкәт,
Хәрәкәттә бәрәкәт, алып ҡуйма йәрәхәт.
Кәртәләр кәрәк, улар тик сыныҡтыра,
Ғүмемән һәр кем үҙ яғына тырнай.
Алда альбом, яҙам ябайса, ҡабаланмай,
Яңы йырҙар, иҫкеләрен күптәр әле аңламай.
Бер Юл әҙерләй быйыл күстәнәс,
Был дөрөҫ ойошма, ҡалғандары көләмәс.
Туҡта, һула, уйла, ҡабаланма,
Киләсәктең хужаһы, ышанысты алдама.
Осрашырбыҙ ышанам, күҙ йәше тула,
Бөтә донъя ҡапма - ҡаршы һымаҡ була.
Ҡай саҡ аҡты ҡара ти улар,
Йөҙө юғалтмай мөһим, уныһын да урлар бурҙар.
Тартай:
Тулҡын һуҡҡан һайын, ҡәләмдәр яҙа аҡ биткә,
Хөрмәт кемдәр аңлап кемдәр ҡабул иткән.
Ысын барлыҡ егет күптән куплеттарҙа белә,
Кем ҡолаҡтарында уйнай, кемгә өлөш бүлән.
Фил МС, Тартайҙан тот, ҡартайтмаҫ йырҙар,
Попса түгел ләкин, шул уҡ илатырҙар.
Ҡалды әле ул күп әйтелеп бөтмәгән һүҙҙәр,
Бер ышаныс, ул тру һәм дә ҡыҙыл күҙҙәр.
Йоҡоһоҙ төндәрҙең һөҙөмтәһе ҡолағыңда,
Ысын күңелдән бро, был бысраҡ урамдан.
Рэп тиңгәйдәй тиңгә, сәнғәт күңелемә ингән,
Аңлашылмаған сер менән куплеттарға һеңгән.
Шикләнеүҙәреңде ҡалдыр, альбом йөҙлө процент,
Бында Фил МС һәм Тартай төньяҡ көнсығыштан акцент.
Ижад мөһим тик мейестән, алынмаған ҡулдан,
Бро, беҙҙең, һей, хәрәкәт бер юлдан.
12. Тартай/Фил МС еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1