Тормош юлын уҙамын,күтәреп өҫкә дан туҙанын
Берәй уҙаман үтһә ине атлап янымдан урамдарҙан
Әйтһә ине,нисек сығырға был ҡараңғы баҙҙан.
Яҡтылыҡ ярыҡтарҙан иретерме икән ҡарҙы
Ниңәлер яратам әйтергә ваҡытың уҙғанын
Әллә ул аға,әллә үҙебеҙ туҙабыҙ,әйтерһең ҡағыҙ
Йәшлегем-ғүмерем һуты,мәңгелек уты
Бер көнгә булһа ла миндәге ялҡынды һин ҡабыҙ
Бурыслы булып ҡалмам,бирәм һүҙем
Ергә ташланған орлоҡ берәй заман бары үҫер.
Көйҙө алғараҡ күсер,иң ҡыҙығы уртала
Ваҡыт юҡ һәр юҡ-барҙа ҡалырға туҡталып
Бөгөн мин балыҡ, был һуҙҙәр диңгеҙе батшаһы
Бөгөндән йәшәйем кеше шатлығына шатланып
Асыу шартлаһа ла ҡалған ярсығы ашар мине мәңге, тик
Мин һайланым нимә йәнем өсөн тәмле
Ҡушымта;
Һәм болоттар алып китә мине өҫкә ,
Тирә-яҡта бушлыҡ, миңә йөрәк ҡушты үрмәләргә,үрмәләргә.
Ҡәҙерләргә өйрәнәм һәр һулышыңды
Ялҡын ҡар аҫтында ҡалған ҡыуышымда һүнмәгәндер,һүнмәгәндер.
2)Ҡара,анау егет баҫтыра әллә хыялдарын, әллә күләгәһен,
Әллә ул аңламай йәндең тән менән бергә үлмәгәнен
Теләп күрергә күрмәгәнен кейә шайтан күлдәген,
Шым ғына бикләнә бүлмәлә
Юҡ, юҡ, йәшәү ялҡыны һүнмәһен,был дөрөҫ түгел!
Кемдер елдәрҙән һаҡланы сәскән үҙ көсөн түгеп
Ни тип әйтәң, күңел? Һорайыңмы, әллә үтенәң?
Батып ҡалма тик көлдә ,үткәндә янған күперҙән
.Хистәр күпергән,сикһеҙ шатлыҡ,оло ҡайғы берһенән икенсегә сума
Үҙҙәрен дә аңламайҙар был малайҙар,олоно уйнаған үҫмерҙәр
Минең кеүек үк белмәгәндәр ҡай яҡҡа үҫергә
Әллә иҫергән,әллә һалышҡан
Ҡурҡып үҙенә баш һалырға үҙе асҡан алышта
Беҙ таныштар,һин мине күрәһең көҙгөлә
Һин өҙгөләйең яҙғаныңды,мин үҙем эстән өҙөләм.
7. S.E.R. еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1