(В.Мәүлитов - И.Абдрахман)
Ҡайтыр тиеп балам һағынып,
Әсәйҙәр көтәләр шул зарығып.
Кинәт кенә юлға сығып булмай,
Тормош мәшәҡәтенән арынып.
Көттөрмәгеҙ, зарыҡтырмағыҙ,
Әсәй йөрәге сәскәләй һулыр.
Ваҡыт табып йышыраҡ ҡайтығыҙ,
Аҙаҡ үкенесле һуң булыр.
Ҡырыҡ эштәр ҡырылып ятһалар ҙа,
Бер аҙ ғына ваҡыт табығыҙ.
Әсәйҙәргә рәхмәт йөҙөнән
Яндарына йышыраҡ ҡайтығыҙ.
Көттөрмәгеҙ, өмөтләндермәгеҙ,
Әсәйҙәр йөрәге һыҙланмаһын.
Әмәл табып тиҙерәк ҡайтығыҙ,
Аҙаҡ үкенесле һуң булмаһын.
Көттөрмәгеҙ, зарыҡтырмағыҙ,
Әсәйҙәрҙе ҡайғыға һалмағыҙ.
Ваҡыт табып йышыраҡ ҡайтығыҙ,
Һуңлап үкенескә ҡалмағыҙ.
Cалават Мухамедьяров еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2