Һуңғы күкрәү.
Мин ҡәләмдәр һындырам, буяп ҡағыҙ биттәрен,
Йөрәктәге ут һүнһә, әйтсе нимәләр эшләрмен?
Белмәйем нисек йәшәрмен - яңғыраһа һуңғы күкрәү,
Илһам ҡош осоп килеп - тапмаһа күңелдә утрау.
Усаҡтарҙа ҡалһа күмер, күҙҙәрҙә булмаһа ялҡын,
Нимәләр йөрәктә ҡалыр - бары бушлыҡ һәмдә һалҡын.
Ә әлегә ағым талғын, уйҙарым ҡағыҙ битенә,
Ишетәһең мине бро - мин әҙер тугел китергә.
Башлағас булыр дауамы, һуңғы туҡталыш йыраҡта.
Әсә телендә көндәлек - бөтәһе хисле йөрәктән.
Тормош үҙенсә өйрәтә - һәр бер көнөң имтихан,
Һэр нәмә өсөн яуапты һин алырһың аҙактан.
Бында яуған ямғырҙар тәбиғэттә генә түгел,
Һэр бер тамсыны ҡәҙерләп - ҡабул итә ҡүңел.
Ижад өсөн һин бел - егеттәр йәш түкмәй,
Һуңғы күкрәү сират боҙма еңеу кемгәлер кәрәкмәй...
“Икенсе” өсөн дошман - алыҫ каланан әкиәт
Мин беләм булмаҫ дауамы - һүҙең ултерә мөхәббәт.
Тәрилкәләр йыя бушҡа, айырмай уң һәм һул ярҙы
Яуапты эҙлә үҙеңдә ташламай ситкә был йырҙы.
Яңғыҙҙан әңгәмә ситкә - моңһоуҙарҙа тик ҡәғиҙә,
Йөрәктән ағылған хистәр бушка яҙылмаҫ ҡағыҙға.
Оса тапҡан табышың, беҙҙәндә көтәләр күктә......
Күкрәрһең әле йәш саҡта һуңғыһын көтә көтә......
DeZ еще тексты
Другие названия этого текста
- DeZ - Һуңғы күкрәү ( 1 Һынау ) (1)
- DeZ - Һуңғы күкрәү (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2