Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

DeZ - Яңғыҙ донъя ( 2 Һынау ) | Текст песни

Йылмая ирендәр - тик күҙҙәрҙә һағыш,
Был яңғыҙ донъя бро, был яңғыҙ тормош...

Битлектәр алмаштыра йәшереп кемдер йөҙөн,
Ҡаршы аҡҡан ағымда һәр кем үҙенсә йөҙөр.
Таныш түгел бит йөзө, эше кимәлдә йөҙлө
Тик һыныуҙар артында ниңәлер йәшле күҙе.
Таба алмай кем урын, система бит йота, аңла,
Һалҡын урамда ҡалған - торормо аяҡҡа таңда?
Юғалтҡан телен, илен сит илдә солтан түгел,
Аҙашҡан барыр юлында ихласлап йәшен түгер.
Һәр кем үҙенсә күнер, кемдер ҡалыр юғалып,
Кемдер бейеккә үрләр - тормошта үҙен табып.
Бел ярҙам итмәҫ табип, яралар ҡалыр ғүмергә,
Шул яралар билдэ бит – күпме хыялдар күмелгән.
Күпме ҡаралар күңелдә? Бушлыҡҡа ярҙам шешә,
Бәхетме кемдер өсөн – ҡуныр янына төштә.
Хәҙер һауанан төштә ентекләп ҡара үҙеңә,
Бер йән яңғыҙ донъянан күренәме күҙеңә.

Яңғыҙ донъя урамдарҙан һинең йөрәктәргә тиклем,
Берәү серҙе яулағанда - икенсеһе ҡала бикле.
Кемгә тормош нисек типте? Өҙөр ул ҡасан епте?
Зинһар тоҡандыр шәмде, янғызлыҡ безгә етте.

Ҡараштар күптән икенсе, донъя әйләнгән кирегә,
Берәү үтеп алға сыҡһа – башҡалар әҙер бәрергә.
Күпме һуң ҡала түҙергә үҙгәртер өсөн донъяны?
Кемдәр ғәйепле бында, кем бутҡаны болғаны?
Был ҡараңғы бүлмәлә, күмелеп ҡуйы төтөнгә,
Шешәләр бушата берәү, ҡул һелтәп ғүмеренә.
Томонланған аң аша әйләнә егет батырға,
Кем әҙер бөгөн шулай, был һаҙлыҡта батырға?
Берәү богон аҙашҡан - иртәгә икенсеһе,
Ҡаршы алығыҙ халыҡ, яңғыҙ донъя киләсәге.
Иҫкә төшә бала сағы, яңғыҙ булмаған икән,
Ата-әсә, туғандары – мөхәббәт бүләк иткән.
Бел: дин, мохәббәт, дуҫлыҡ, ихтирам өлкәндәргә,
Бирер дөрөҫ хәрәкәт алға барыр елкәндәргә.
Тайпылма дөрөҫ юлдан яуҙырма йәштәрҙән ямғыр,
Көслөләр баш эйә һалһа донъябыҙ булыр яңғыҙ.

Күпме яҡшылыҡ, матурлыҡ, таҙалыҡ һәмдә сафлыҡ,
Шул уҡ ваҡытта насарлыҡ, кешеһеҙлек, яуызлыҡ,
Насар уйҙар, янгызлыҡ - була ала бер йәндә,
Кем юлында аҙашҡан, кем бөгөн ниндәй хәлдә?
Үткәндәрҙе иҫләһәң, яралар һыҙлай тәндә -
Йылыйыр, Баймаҡ, Сибай, Өфө тоҡандыра шәмдәр.

DeZ еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1