Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Elvin Grey (Радик Юльякшин) - Үҙ йондоҙом (автор слов Гульнара Рашитова) | Текст песни

Уҙ йондоҙом.
1.Кеше килгәс яҡты донъяға
Күктә бер йондоҙ ҡабына
Минең дә йондоҙом
Яҡтырта юлымда.
Ул тора яҙмышым хаҡында
Көс бирә арыған сағымда
Туры юл күрһәтә аҙашып ҡалғанда.
Куңелем нур зарға тулғанда

припев.
Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡый яҙмышым күгемдә.
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

2.Йондоҙҙар бик күп йыһанда,
Минең дә йондоҙом бар унда
Ваҡыт еткәс бер мәл ,
Һүнәсәк бит ул да.
Нурҙар сәсеп ергә артылыр
Һуңғы тапҡыр юлды яҡтыртыр
Тик әлегә балҡый
Минең башым осомда
Йыуата моңланған сағымда

припев;
Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡый яҙмышым күгемдә.
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

3.Һәр кемдең бар үҙ йондоҙо
Һәр кемдең бараһы үҙ юлы
Шатлыҡтары ҡайғы,
Үҙ моңло зарҙары.
Әгәр ҙә ауыр хәлдә ҡалһам,
Тормошҡа ышаныс юғалтһам,
Үҙ йондоҙом мине
Йыуатыр ташламаҫ
Ул мине яңғыҙым ҡалдырмаҫ

припев;
Һүнмә генә минең йондоҙом,
Балҡый яҙмышым күгемдә.
Еңел булмаһа ла юлым,
Мин бәхетле был ергә килгәнгә.

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-