Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Fәли Хәмзин - Ҡобайыр | Текст песни

Ярты төндә уянып,
Йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы
Таралышҡан ҡуйҙарҙы
Ҡалай итеп йыяйым,
Ҡалай итеп тыяйым?

Далалағы ҡамғаҡтай
Әкиәттәге йомғаҡтай
Тотоп тыйып булмаҫтай,
Ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағым мәллә уйҙарым,
Һағым мәллә уйҙарым?

Заманаһы заманға,
Яҡшылығы яманға,
Дөрөҫлөгө ялғанға —
Барыһы бергә ялғанған!..
Ҡалай итеп һүтәйем
Был сыуалған йомғаҡты?
Ҡалай ҡыуып етәйем
Дауыл ҡыуған ҡамғаҡты?

Йөрәгемдең ҡағышы,
Йөрәгемдең һағышы —
Етмеш ете яу күргән,
Етмеш ете дау күргән
Халҡым ғына шул минең,
Ялҡын ғынам шул минең.

Аҡҡан ғына ҡандары —
Иҙел түгел, дарья шул,
Сыҡҡан ғына дандары —
Иле түгел, донъя шул.
Ир күңелендә ил булһа,
Уйҙы тартҡан улъя шул.

Бөгөнгөһөн уйлайым,
Иртәгәһен буйлайым,
Иртәгәһе ишәккә тип,
Ҡулым һелтәп ҡуймайым,
Ҡулын һелтәп ҡуйған берҙе
Ишәктер тип уйлайым.

Ай Уралым, Уралым,
Ил һаҡлаған ҡоралым!
Ятып ҡалған төнөң бар,
Балҡып янған көнөң бар.
Телде һаҡлар халҡың бар,
Илде ҙурлар хаҡың бар.

Һалып илдең оранын
Ырғыҙ, Сәҙе, Сораным,
Ҡаҫмарт, Миәс, Һаҡмарым,
Ҡурған, Кама яҡтарым,
Хәлегеҙҙе һораным.
Тик яҡшыға юраным.

Ил яҙмышы ирҙә икән,
Ил иртәһен уйлаһын,
Ил иртәһе — ишәккә тип,
Ҡулын һелтәп ҡуймаһын;
Туйған ерҙә йөрөгәндә
Тыуған ерҙән туймаһын!

Айҡап сығам, байҡап сығам
Иҙел, Урал буйҙарын,
Иҙел, Урал буйҙарын.
Ярты төндә уянһам да,
Ниҙе генә уйлаһам да —
Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!..

Fәли Хәмзин еще тексты


Другие названия этого текста
  • Fәли Хамзин - Ҡобайыр (Уйҙарым) (0)
  • Fәли Хәмзин - Ҡобайыр (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1