Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

IN-SAFF ft. ILNURAY - Сәбәптәр | Текст песни

Сәбәптәр

IN-SAFF:
Иртән дә кисен дә,тик ул эҙләне сәбәптә,
Белһә ине нисек бушҡа үткәнен сәғәттә.
Иртән тормай эшкә,мәғәнә тик шешә,
Оҙаҡ түҙә алмай,сығып китә бисә.

Бушармы һуң күңел,эске тарта аҫҡа,
Аҡса китә һамман,көн көреш аҫҡай.
Арҡан муйынға,йәки киҫелә тамырҙар,
Мәҫәлән дарыуҙар,энә ҡаҙауҙар.

Ике бото өҫтә,ярһып илай өҫтәл,
Нимәлер күтәрә,бләт,нимәлер еҫкәй.
Иҫерек тормошо,түгел ирек ҡошо,
Бындай тормош яман,мөйөшкә боҫоу.

Иҫләргә тырышам,теге шәмбе кисен,
Нисек һуң мин тере,шул тиклем эсеп.
Эске һин ҡоторма,күңелгә ултырма,
Баребер батырам,башымды ҡатырма.

Припев:
Ниндәй сәбәпкә һылтанып
Һин алдайһың үҙеңде
Беләм етәр көн һәм
Һин асырһың күҙеңде.

Кеше бәхетенә
Купме генә кәрәк
Хужа бул һин яҙмышҡа
Эҙләй күрмә һин сәбәп.

ILNURAY:
Тел һүҙлегем бай түгел
Күргән күҙ күрергә ҡурҡыр
Ялҡауға ауған балалар
Сәбәптәрен табалар
Ҡаланан ауылға ҡайтһалар
Урамдарҙа байрамдар
Нисек иртәләрен
Әсәһенә ҡарайҙар.

Эш юҡ йәки уҡыуы ауырмы
Сәбәп тағын йәлләтер
Ике туғаның аңлауы
Тағын баланы дәртләтер
Туҡратыр үрләүен өҫкә
Һуҙҙған йырҙары
Уятыр тик ҡара төҫтәр
Урамдарҙы яңғратыр.

Һиҙмәҫ юғалтыр сәбәбен
Йәнем минең көйә
Яҡты киләсәген
Һыҡра еҫтәренә әйләндерә
Ниндәй ғаилә тағын һиңә
Ниндәй бисә эскән иргә кәрәк
Ташлайым тигән һүҙҙәр
Кире эсергә сәбәп.

Кире торорға хәле юҡ
Тыңламай ҡулдар ятты
Туҡланырға аҡса юҡ
Хәйерселек оҙатты
Урам үҙенә алды
Хәҙерге заман һуғышнда
Ҡорал суҡмар түгел ҡалды
Шешәләге һыра.

Припев:
Ниндәй сәбәпкә һылтанып
Һин алдайһың үҙеңде
Беләм етәр көн һәм
Һин асырһың күҙеңде.

Кеше бәхетенә
Купме генә кәрәк
Хужа бул һин яҙмышҡа
Эҙләй күрмә һин сәбәп.

ИРӘНДЕК САҢЫ

IN-SAFF ft. ILNURAY еще тексты


Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 4