Ҡыйып-ҡыйып ҡына һүҙҙе
Һөйләй беҙҙең ҡыйғылар.
Йырҙарында - былбыл моңо,
Телдәрендә - \"ҡый\" ғына.
Сәскә йыйҙым туғайҙарҙан.
Һин килер тип йыйҙым ҡый.
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Йәндәремде ҡыйҙың ҡый.
Ҡыйғас-ҡыйғас ҡашлы була
Беҙҙең Ҡыйғы ҡыҙҙары.
Беҙҙең ҡыйғыр егеттәргә
Ҡыйғас ҡаштар тиң бары.
Ҡыйыр-ҡыймаҫ һөйәм тигәс,
Ышандым да ҡуйҙым ҡый.
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Йәндәремде ҡыйҙың ҡый.
Беҙгә килһәң, кил йылмайып,
Ҡымыҙ һуҙыр еңгәләр.
Йылмайһаң, кире бороп
Ебәрә лә беләләр.
Һөйөр-һөймәҫ йөрөгәнеңде
Әллә ҡайҙан тойҙом ҡый.
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Йәндәремде ҡыйҙың ҡый.
Ҡыйыш-мыйыш һөйләп тормай,
Эшкә тиһәң, ҡыйғылар.
Эй, ярһыу ҙа, яғымлы ла
Ҡыйғыларҙа тойғолар!
Йөрәгемдең ярһыуҙарын
Инде лә саҡ тыйҙым ҡый.
Саҡырҙым ҡый, килмәнең ҡый,
Йәндәремде ҡыйҙың ҡый.
Lilia Bukeeva еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1