Ҡушымта:
Ярты төндә уянып, йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы, таралышҡан ҡуйҙарҙы,
Ҡалай итеп йыяйым, ҡалай итеп тыяйым? – 2 тапҡыр
Ярты төндә уянып, йоҡлай алмай уйланып,
Уйлап ятҡан уйҙарҙы, таралышҡан ҡуйҙарҙы,
Ҡалай итеп йыяйым, ҡалай итеп тыяйым?
Далалағы ҡамғактай, әкиәттәге йомғаҡтай,
Тотоп тыйып булмаҫтай, ташлап ҡуйып булмаҫтай,
Ағыммы әллә уйҙарым, hағыммы әллә уйҙарым?
Бөгөнгөhөн уйлайым – иртәгеhен буйлайым,
Иртәгеhе ишәккә тип, ҡулды hелтәп ҡуймайым.
Ҡулын hелтәп ҡуйыр ирҙе – ишәктер тип уйлайым!
Ай, Уралым, Уралым – ил hаҡлаған ҡоралым,
Ятып ҡалған көнөң бар, балҡып янған көнөң бар!
Мең йыл йәйгән тулең бар, телде hаҡлар халҡың бар!
Илде туплар хаҡың бар, илде туплар хаҡың бар!
Ҡушымта.
Кешелектең тормошо мәшәҡәттәргә кумелгән,
Күпменең был донъяла күҙ йәштәре тугелгән?
Күпмеhенең киләсәккә өмөттәре hурелгән?
Нисәүзең сығып ҡаршы быға – ғумере өзөлгән?
Бирегеҙ яуап миңә ошо өҫтәге теҙелгән
Һораузарға, бәлки был алдан төҙөлгән,
Яҙылған, уҡылған, йырланған, тыңланған,
Хикәйәлер, әкиәттер, ҡобайырзыр, хикәйәттер.
Баш ватамын, ыҙалаймын, күҙҙәремде ыуалаймын,
Ҡайhы юлды hайлаhаң – дөрөҫөрәк уңайлаймын.
Фекерҙәрем юлында hаманда мин уңалмайым,
Әйтерhең ҡарағайзан балта hабы юналмайым.
Халыҡ исеменән алға ҡараусылар hирәк,
Уларҙы hанар өсөн берҙә кәрәкмәйҙер силәк.
Тупланайыҡ, йыйылайыҡ, булайыҡ бер терәк,
Шул заманда бөтәбеҙҙен бер булып тибер йөрәк!
Ҡушымта.
http://vk.com/bashkort_tele
MC Баш еще тексты
Другие названия этого текста
- MC Баш - Уйҙарым (ҡобайыр) (0)
- 11. MC БАШ - Уйҙарым (ҡобайыр) (0)
- MC Баш - Уйҙарым (ҡобайыр) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2