Ниңәлер, ниңәлер, ниңәлер
Күҙҙәрем, һине күрһәләр,
Матур йөҙөңә йоғалар.
Ниңәлер?!
Ниңәлер, ниңәлер, ниңәлер
Әйтә торған наҙлы һүҙҙәр,
Һине күрһәм, юғалалар.
Ниңәлер?!
Күҙҙәреңә һинең ҡарайым,
Ҡарай, ҡарап туя алмайым.
Йәшермә, йәшермә, йәшермә,
Йәшел күҙҙәреңде.
Сибәрем, матурым, һылыуым
Бер генә һинең йылмайыуың
Яндыра, яндыра , яндыра
Йөрәгемде минең.
Һиңәлер, һиңәлер, һиңәлер
Ай менән ҡояш яҡтыралар,
Йыһанда йондоҙҙар балҡыйҙар -
Һиңәлер.
Һиңәлер, һиңәлер, һиңәлер
Донъяла ата сәскәләр,
Ҡоштар һайрай моңло йырҙар -
Һиңәлер.
Йырҙарымды мин дә көйләйем,
Шиғырҙарымды бағышлайым,
Ләкин мин еткерә алмайым
Хистәремде һиңә.
Нисек кенә инде әйтәйем,
Һөйөүемде һиңә асайым?
Йәнкәйем, һин миңә оҡшайың,
Оҡшайың Һин генә!
Mr. IsmagiLove (сл. и муз Рамис Исмагилов, аранж. Фанис Султангулов) еще тексты
Другие названия этого текста
- Mr. IsmagiLove (сл. и муз Рамис Исмагилов, аранж. Фанис Султангулов) - Ниналер (0)
- Рамис Исмагилов - Һиңәлер(2014) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1