Феликс Әбдрәшитов көйө
Ғилман Иҙрисов шиғыры
Әйҙә әле, дуҫҡай, алсы гармуныңды,
Ауылыбыҙға ҡайтып киләйек.
Онотҡандар икән тимәһендәр,
Урамдарҙан йырлап үтәйек.
Егет саҡта һөйгән һылыу йәш ҡыҙҙарҙың
Йоҡоларын бүлеп үтәйек.
Урам буйлап йырлап, гармун уйнап,
Үҙәктәрен өҙөп китәйек.
Әйҙә әле, дуҫҡай, алсы гармуныңды,
Йәш саҡтарға ҡайтып урайыҡ.
Был донъяла беҙ ҙә бар икәнде
Иҫтәренә төшөп уҙайыҡ.
Аулыбыҙға ҡайтып киләйек.
Nasip Kuchaev еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2