Бир, Хоҙайым, күңел тыныслығы,
Шатланырлыҡ яңы һәр көнгә,
Бир, Хоҙайым, миңә көс,
йәшәрлек
Шөкөр итеп бары бөгөнгә.
Бир, Хоҙайым, һаулыҡ,
Кеше көнлө,
Кеше ҡулдарына ҡалмаҫлыҡ,
Бир, Хоҙайым, байлыҡ,
Хәләл малды
Бер кем минән тартып алмаҫлыҡ.
Бир, Хоҙайым, бөтә яҡындарым
Рәхәтлектә ғүмер кисерһен,
Ғәйептәрем булһа, эй Хоҙайым,
Кемде рәнйеткәнмен – кисерһен.
Бир, Хоҙайым, миңә мөмкинселек
Башҡаларға ярҙам итерлек,
Ҡартлыҡ килеп еткәс, эй Хоҙайым,
Кешем булһын ярҙам көтөрлөк…
Бир, Хоҙайым, таҙа намыҫ менән
Ғүмер юлын йәшәп үтергә,
Бир, Хоҙайым, бурыс-үкенесһеҙ
Фани донъяларҙан китергә.
23.01.2015.
Recorded by RecForge еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1