►Ҡушымта:
Һәр көн иртә торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.
♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪
1._Һин тик уйланып ҡына ҡара кеше
Тауышым көслө түгел,тик һин мине ишет
Был донъя һинең өйөң һәм бишек
Дуҫ ҡатып торма һиңә асыҡ бөтә ишек
Башыңды эймә әйҙә минең менән бергә
Алға һәм тик алға бәхет тауына менергә
Алһыуланып яңы тыуған ҡояшты күрергә
Яңы мөмкинселектәргә табан йүгерергә
►Ҡушымта:
Һәр көн иртә торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.
♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪♪
2._Һәр бер таңым миңә өмөт бүләк итә
Ҡараңғы төн менән бар шиктәрем китә
Изге маҡсат,яҡшы кәйеф булһа етә
Бейек текә үрҙәр мине алда көтә
Әйҙә йылмай ҡыуанысың бик йоғошло
Сағыу буяуҙарға батыр был тормошто
Тыңла йөрәгеңде тура юл күрһәтер
Ҡулдарыңда ҡәләм ә ғүмер һүрәтең
►Ҡушымта:
Һәр көн иртә торғанда,
Башымда көйҙәр бар.
Һәм минең бөтә донъяға,
Йырлар моңдарым бар.
Rnt еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2