Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

SLBay feat S.I and Юлия Киселева - Әрме | Текст песни

1. Асылбаев Ильгам SLBay

Ҡояш байып ай ҡалҡҡандай бар тормошоң әйләнде,
Һинең өсөн ябылды мәктәптең ишектәре,
Оноттоң инде хәҙер ҡыҙҙарҙың һылыу йөҙөн,
Иртәләрен уятмай әсәйҙең наҙлы һүҙе.
Хәтерҙән күптән сыҡты бала саҡтың йәйҙәре
Һыу ингән күпер аҫты, Ағиҙелдең һыуҙары.
Мәктәптең тупһаһынан һине ҡаршы алдылар,
Иртәгәһен күмәкләп әрмегә оҙаттылар.
Һин киттең, тик онотма ҡайтасаҡ туған юлды,
Бар өмөтөн һиңә биреп туғандар өйҙә ҡалды.
Төндәрен тәҙрәгә ҡарап әсәйең һине көтөр,
Хатыңды ҡулына алып һылыуың да ҡыуаныр.

Припев: Регина Халитова

Әсәләр улдарын хеҙмәткә оҙата,
Тик йәнә әсәнең йөрәге ауырта.
Ҡайғыра,уйлана, ул улын һағына,
Тыныс иртәләр теләп кистәрен гел уҡына.

2. Даян Давлетбердин S.I

Ҡояш байып ай ҡалҡҡандай бар тормошоң әйләнде,
Үҙең дә аңламаның тыныслыҡ уты һүнде.
Ризалыҡ та һорамай йыраҡҡа ебәрҙеләр,
Дошманға ҡаршы бараң тип исмаһам әйтмәнеләр.
Мәктәптең ишектәрен һин кисә генә яптың,
Вәғәҙә һиңә биргән һылыуыңды яраттың.
Яҙмышың илтте һине шул үлем яланына,
Алла бойорһа еңерһең, ҡалма дошман янында.
Иҫеңә төшә һинең ауылға ҡарай юлың,
Ҡаршы аласаҡ һине, һағына туғандарың.
Төндәрен тәҙрәгә ҡарап әсәйең өҙ(ө)лөп көтә,
Хатыңды ҡулға алырға һылыуың өмөтлөнә.

SLBay feat S.I and Юлия Киселева еще тексты


Другие названия этого текста
  • SLBay feat S.I and Регина Халитова - Әрме (0)
  • SLBay feat S.I and Юлия Киселева - Әрме (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 4
Видео
Нет видео
-