1)SLBay
Беҙҙең тормош ҡоролған, тик ауыр һынауҙарҙан,
Ҡара менән аҡҡа яҙам ҡасам мин ауырлыҡтарҙан,
Ҡурҡыуҙан. Был турала һин уйлан, уян,
Насар төш күргән урынындан ағылмаһын ҡан.
Аңла мине таң, аңла минең аң, Башҡортостан,
Ҡурҡма ҡасып булмай барыбер үҙ яҙмыштан.
Ғүмереңде үткәрмә һин артта ҡалып борсолоп,
Осоп Ғорурланып атла кеше ҡотон осороп.
Аҡса менән, аҡса һанап, аҡса төшөңдә күрмә,
Бәхет ҡошо килеп сыҡһа уға һин өндәш \"ҮЛМӘ\"
Үҙеңде бәхетле тиһәң ата - әсә ҡәҙерен бел,
Бай булырһың һин шунда онотмаһаң тыуған тел.
Ауырлыҡтар булһала дуҫым бирешмә, ирешмә,
Уйламайса бер эшкәлә тотонорға керешмә.
Ҡыуан, Туған, был донъяла һин матур йәшәгәнгә,
Тыңла ҡолаҡ һал һин мин биргән кәңәшемә.
Припев:
Дуҫ! Әйткән һүҙҙәр бушҡа булмаһын аңлайым,
Ҡурҡмайым был тормош һынауҙарына бирешмәйем.
Яҡын дуҫтар янда тимәк мин йәшәйем,
Күкрәк ҡағам ғорур рөхсәт ит дуҫ рәхмәт әйтәйем.
Дошман ҡаршы торһала дуҫ өсөн әҙер ҡан түгергә,
Ҡулдарҙа беҙҙең көс булған саҡта ғына бергә.
Ишет! Дуҫыңды ташлама бер ниндәй ҡыйынлыҡта,
Ерҙә бер тапҡыр йәшәйең ҡәҙерен бел Маҡтанма! ! !
2)Арғымаҡ
. . .
SLВау еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1