Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

SURAMAN - #ХинеЯратам (S.I.P Records) | Текст песни

Мин, аҙашҡан аҡҡош һымаҡ, һәр саҡ яңғыҙ барҙым,
Тормош яуҙырҙы, йәшенле, һыуыҡ ямғырҙарҙы…
Йөрәгем өшөнө, кисерҙем ҡарлы һалҡындарҙы,
Яуламаны мине берҙә, мөхәббәттең осҡонло ялҡындары…

Әсе бурандарҙан һаҡланы ҡәҙерле яҡындарым,
Дуҫтарым менән бергә булғанда, һиҙҙем Йөрәгем яҡтырғанын…
Һине күргән һайын тойҙом Нур һибеп балҡығанын,
Һуңынан…аңланым,һиңә Ҡояшым ғашиҡ булғанымды…!

Йөрәккэйем түҙмәй ярһып, тартыла, һағына, көтә…
Мин Ашҡынам, ҡаршыңа, теләйем осратырға көндә…
Белһәң ине, һине күрһәм- осам, йондоҙ атылғандай күктә.
Тик һин генә йөрәгемде иретә алғаныңды, аңланым күптән.

Төштәремдә,бәхетле пар күбәләк кеүек осабыҙ…
Һинең менән миңэ рәхәт, килмәй төштәремдән уянғым.
Сәсәкәм, һине һулытмаҫмын.һаҡлар һалҡындарҙан косағым!
Булырмын мәнге яныңда, һис ҡалдырмам янғыҙ.

*********************************************
Тииик һинеее мин бииит һөйәәәһәм...
Тииик һинеее яратааа йөрәәәк...
Тик һинеее генәәә-әәә...
Һине генә-әә,һагынааам иркәәәм.
*********************************************
Һинең йөрәгең Ҡояш, ә минеке һалҡын Ер,
Һипһәң йылы нурҙарыңды, күңелемдәге ҡарҙар ирер…
Ҡышҡы һыуыҡ булһала, беҙҙең бәләкәс йөрәктәргә яҙ килер,
Аңла, икебеҙ мәңге бергә булғанда, йөрәктәр ялҡында тибер…

Ике ҡауышҡан йөрәәәк,
Ҡайҙарҙа булһала бергә тибееер...
Матурым,төҙөрбөөөҙ икебеееҙ,
Йондоҙло мөхәббәәәт илееен.

Һинһеҙ йөрәгемдә ҡыш, ҡар, дауыл, һыуыҡ...
Янғыҙлыҡтан түҙмәй йөрәгем, боҙ кеуек ҡалыр туңып.
Һинһеҙ «ҡаранғылыҡ» төҫһөҙ көндәрем,төҫһөҙ йәйғорҙа
Аҙашам яңғыҙлыҡтан , юҡ юл күрһәтеүсе йондоҙҙар.

Көндәрен,төндәрен теләйем булырға яныңда,
Һин һәм мин,бергә мөхәббәт утында янырға.
Сәсәкәм, һине һулытмаҫмын.һаҡлар һалҡындарҙан косағым!
Беләһеңме,Һине мин яратам, бер ҡасанда яңғыҙ ҡалдырмам, ҡурсағым!

*********************************************
**

SURAMAN еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-