КИТӘҺЕҢ
Илфат Мырҙабулатов һүҙҙәре
һәм көйө.
Китәһең, минән алыҫ ҡалаға,
Бормалы юлдар менән.
Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта,
Атмаған таңдар менән.
Ҡушымта:
Ай, һағыш - ғүмер юлы,
Ҡаяла һары урман.
Һаҡмарымдың һылыуы,
Юлыңа ҡаршы төшәм.
Өҙгөләнмә, һине һөйәм, матурым,
Тик ҡыума яндарыңдан.
Юлдарыңа гөлдәр һибәм, матурым,
Ебәрмәм яндарымдан.
Китмә һин, һөйөклөм, кил яндарыма,
Саф мөхәббәт һин генә.
Ирәндектең иң матур сәскәһенән
Ҡалфаҡ үрәм мин һиңә.
Китәһең, минән алыҫ ҡалаға,
Бормалы юлдар менән.
Ҡалдыраһың, яңғыҙымды һағышта,
Атмаған таңдар менән.
------------------------------------------------
О конкурсе и конкурсантах можно узнать в официальной группе TÜRKVIZYON | OFFICIAL GROUP | BALA TÜRKVIZYON https://vk.com/official_turkvizyon
Türkvizyon 2013: Yan Lira еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1