Рим Хәсәнов музыкаһы
Уран Кинйәбулатов шиғыры
Бер — бер атлы шат йондоҙҙар һүнә,
Беҙҙең өсөн алһыу таң атыр.
Үткәндәрҙән үкенестәр ҡала,
Бик бойоҡма, тормош бик матур.
Нимә булды һиңә,
Моңаяһың ниңә?
Күңел ҡошоң тынмай һайраһын!
Был бәхетле минут,
Онот әле, онот,
Онот инде йөрәк яраһын!
Әллә, иркәм, теләмәйһең икән,
Айырылырға татлы һағыштан?
Икебеҙҙең шатлыҡ тыуһын өсөн,
Һағыш менән һағыш ҡауышҡан.
Нимә булды һиңә,
Моңаяһың ниңә?
Күңел ҡошоң тынмай һайраһын!
Был бәхетле минут,
Онот әле, онот,
Онот инде йөрәк яраһын!
Ҡанаттарың әллә талды микән?
Һүнде микән яныр уттарың?
Күңелкәйем һиңә яҙғы ҡояш,
Таптың мәллә ҡояш таптарын?
Нәрсә булды сиңа,
Моңаясың нигә?
Күңел кошың тынмый сайрасын!
Бу бәхетле минут,
Оныт әле, оныт,
Оныт инде йөрәк ярасын!
Zaki Makhmutov еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1