про Башҡортостан, на башк.яз.
Рәмзийә Ғәзизова көйө,
Рәмзинә Тимерова һүҙҙәре
Башҡортостан – атам-әсәм ере
Минең тәпәй баҫкан ерем дә.
Ниндәй йылы һүҙҙәр әйтәем һуң
Хистәр таша күңел түрендә
Киләсәгең яҡты-матур булһын,
Айаҙ-имен атһын таңдарың.
Күңелдәрҙе үҙенә тартып торһон
Өмөт тулы бәхет ярҙарың.
Ҡырҙарың киң, урмандарың йәмле,
Тәнгә шифа эскән һыуҙарың.
Ситкә китһә һағынып кире ҡайта
Һиндә үҫкән ҡыз һәм улдарың.
Күкрәгеңдә байлыҡ шишмәләре
Бөтә илгә данын тарата.
Йөрәгемдә ҙур ғорурлыҡ йөрөтәм
Сикһеҙ рәхмәт һиңә ҡарата.
А. Галимов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1