ашығабыҙ
C G Am Em
Көндән-көн ғүмер уҙа,
ашығабыҙ ҡайҙарға.
Ваҡыт һыу кеүек аға,
Уйланаһыңмы шул турала?
Am Em C G
Беҙ һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығабыҙ,
Эшкә, проблемаларға беҙ батабыҙ.
Ерҙә тағы мөхәббәт, бәхет, шатлыҡ булғанын,
Дуҫҡайым, көндән-көн беҙ онотабыҙ.
Ваҡыт һыу кеүек аға ризамын,
Артынан ҡыуырға тик ашыҡмайыҡ.
Сөнки янда тыуғандар, дуҫтар, яҡындар булғанда,
Бер ни ҙә кәрәкмәйҙер башҡа.
Бер көн таңдан һин уянырһың,
Нимәләр эшләнем тип уйларһың.
Иҫеңә төшөр йортоң, һөйөклөң, элекке хыялың,
Шулмы әлеге тормошоң?
Барларға еткәндә ваҡыт,
Аптырап ултырмаҫҡа бик ныҡ.
Эшлә үҙеңә оҡшағанды, күңелеңә ятҡанды,
Булыр шул саҡ барыһы яҡшы.
А. Сабитов, Л. Саяхов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1