Хаттар яҙам
Хаттар яҙам һиңә бына тағын,
Уҡырһыңмы, йәки утҡа яғырһың.
Ә мин һаман өмөтләнеп,
Яуап көтөп күккә бағырмын.
Өшөткәндә ошо ҡышҡы көндәр,
Яңғыҙлыҡтан алйыр сиккә еткәндә.
Ә кистәрен тағы хаттар яҙам,
Күпме айҙар яуап көткәнгә.
Етһәләр ҙә һиңә ошо йөрәк һүҙҙәре,
Һин икенсе инде, мине оноттоң.
Иҫләйһеңме һылыу апрель көнөн,
Йөрәгемде минең ҡанаттың.
Был һаман да ҡайғыра, онот тиҙәр,
Онотайым инде нисек - яратҡас.
Төндәр буйы йәнә йоҡо алмай,
Күҙҙәр йомам бары таң атҡас.
Үткән саҡта яңғыҙ урамдарҙан,
Әйтерһең дә һин дә минең эргәлә.
Иҫләйһеңме төнөн йондоҙ һанағанды,
Ҡорған саҡта хыял бергәләп.
Һин бит мәңге минең йөрәгемдә,
Йылдар үтер, һөйөү тик һүнмәҫ.
Һин булмағас, донъя матурлығын,
Минең күҙҙәр инде һис күрмәҫ.
Ә мин һаман һине яратамын,
Төштәремдә күреп йәнә һаташам.
Ҡайтмаҫыңды беләм, ләкин
Өмөтләнеп йәшәп маташам.
Күҙ алдында һинең йылмайыуың,
"Ҡояшым" тип һиңә әйтеүем.
Һинеңсә ул бәхет нимә тиһең,
Миңә һинең кире ҡайтыуың...
Р.Н
А.Б. еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2