Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Азамат Ғәйнетдинов - Тыуған ерем, Башҡортостан! | Текст песни

1.
Тыуған ерем, Башҡортостан!
Изге төйәгем.
Һиндә тыуҙым, һиндә үҫтем,
Һиндә йөрәгем.

Ҡушымта:
Һандуғастар сут-сут һайрай,
Тылсымлы илем.
Шишмәләрең сылтрап аға,
Шифалы ерем.
Күңелдәрҙе моңландыра
Серле ҡурайың.
Һине һөйәм тыуған ерем,
Маҡтап йырлайым!

2.
Үҙ еремдә һулыш алам,
Тыныс куңелем.
Ҡара болоттар япмаһын
Илемдең күген.

Ҡушымта:
Һандуғастар сут-сут һайрай,
Тылсымлы илем.
Шишмәләрең сылтрап аға,
Шифалы ерем.
Күңелдәрҙе моңландыра
Серле ҡурайың.
Һине һөйәм тыуған ерем,
Маҡтап йырлайым!

3.
Һин терәге тыуған ерҙең,
Башҡортостаным!
Ҡуйыныңа һыйындырҙың
Күп милләт халҡын.

Ҡушымта:
Һандуғастар сут-сут һайрай,
Тылсымлы илем.
Шишмәләрең сылтрап аға,
Шифалы ерем.
Күңелдәрҙе моңландыра
Серле ҡурайың.
Һине һөйәм тыуған ерем,
Маҡтап йырлайым!

Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-