Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Азамат Тимеров - Ҡайтауаз | Текст песни

Вәсил Ғәлимов көйө
Нәсретдин Исламов һүҙҙәре

Яҙҙар еткән һайын моңһоулана,
Һағышлана бара йөрәгем.
Мин бер таңда наҙлы елдәр аша
Йәшлегемә хәбәр ебәрдем.

Ҡайтауаз, ҡайтауаз.
Ҡайтар мине, саҡыр мине,
Йәшлегемә ҡайтар мине.

Тауҙарҙан да барып кире кайта,
Урман ҡырҙар бары мең аваз.
Ҡырыҫ йылдар йота тауышымды,
Ниҡ йәшлектән ҡайтмай ҡайтауаз?

Ҡайтауаз, ҡайтауаз.
Ҡайтар мине, саҡыр мине,
Йәшлегемә ҡайтар мине.

Ҡалды инде, калды үкенескә,
Төҙәлмәйсә ҡалды яралар.
Үткән икән йылдар, йәшлек менән (Үткән икән йәшлек, йылдар менән)
Йырағая бара аралар. (Алыҫайған икән аралар)

Ҡайтауаз, ҡайтауаз.
Ҡайтар мине, саҡыр мине,
Йәшлегемә ҡайтар мине.

Азамат Тимеров еще тексты


Другие названия этого текста
  • Азамат Тимеров - Ҡайтауаз (0)
  • Венер Абдуллин - Ҡайтауаз (0)
  • В. Абдуллин - Ҡайтауаз (0)
Видео
Нет видео
-
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1