Атаҡайым тышта ҡарҙар көрәй,
Ауыр һелтәп еңел көрәген.
Йыш-йыш туҡтап юлға ҡарап ала -
Кемдәрҙелер көтә, күрәһең...
Көтәлер шул, ә бит был һуҡмаҡтан
Беҙ, биш бала, сығып киткәнбеҙ.
Көткәнеңде белеп яндарыңа
Ҡайтып төшһә икән бөтәбеҙ.
Ҡунаҡ ҡына булып ҡайтыуҙарҙы
һиҙәлер шул атай йөрәге:
Моңһоулана бара ҡараштары,
Һүлпәнәйә бара көрәге.
Ә атайым hаман ҡарҙар көрәй,
Һаҡланмай ҙа ҡышҡы һалҡындан.
Азамат Тимеров еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 3