Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Азат Йыһаншин һәм Алһыу Ғәлинә-Ғафарова - Хушығыҙ хыялдарым | Текст песни

\"Хушығыҙ хыялдарым\"

1.
Тормошом юлында яңғыҙым ҡалғанда,
Осор ҡанаттарым арманһыҙ талғанда.
Тик һин мине күрҙең, хәлкәйемде һиҙҙең,
Һин яныма килдең, һин миңә ҡул бирҙең.

2.
Таңдарҙың нурҙарын һиндә генә күрәм,
Күңелем наҙҙарын, һиңә генә бирәм.
Һин бит минең генә ярһып килгән яҙым
Һин бит минең генә яҙмыш биргән наҙым

Р:
Һин минең ҡояшым,
Һин минең нурҙарым.
Һин минең һағышым,
Һин йырлар йырҙарым.

Яҙмышым томанын
Тараттың нур булып
Тормошом ялғанын
Тараттың йыр булып.

3.
Киләсәк көндәрем һиндә генә күрәм,
Киләсәк яҙмышым, барын һиңә бирәм.
Киләсәк ғүмерем, ярһып килгән яҙым,
Һин һуңғы усағым, яҙмыш биргән наҙым.


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-