Ауыл кисе. Таҫмалардан
Әй ағыла ят моңдар.
Ниндәй моңһоу, әллә инде
Телһеҙ ҡалған гармундар.
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң кайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйле һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Ауыл кисе. Ник һуң моңһоу?
Күңелем буш ник шулай?!
Өй түрендә тальян гармун
Моң һағынып зар илай
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң кайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйле һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Йөрәктәргә осҡон һалып,
Гармунымда уйнайым.
Ауылымда моңдар биреп,
Урамҙарҙы буйлайым.
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң кайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйле һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Ауыл кисе. Йәш йөрәктәр,
Гармун моңға һыуһаған.
Һөйөү булып моңдар ҡайтһын
Ауылыма яңынан.
Әйт, ауылым, ҡайҙа һуң моң,
Моң кайҙа һуң, әйт урам?
Аулаҡ өйле һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Аулаҡ өйлө һәм гармунлы
Йәшлегемде һағынам.
Йәшлегемде һағынам.
Айҙар Галимов еще тексты
Другие названия этого текста
- Айҙар Галимов - Моңдар ҡайтhын ауылға (баш) (0)
- Айҙар Ғәлимов - Моңдар ҡайтhын ауылға. (0)
- Галимов А. - мондар кайтhын ауылга(+ баян) (0)
- Айҙар Галимов - Моңдар ҡайтhын ауылға (баш) (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1