Яҙмыш еле, үтенәмен һинән
Ҡалдырмасы мине яңғыҙым.
Алып килсе рәхәт көндәремде
Үҙгәрт әле уҫал яҙмышым.
Әй ғүмерҙең алтын минуттары,
Китмәҫкә тип кире килегеҙ.
Шул миҙгелдә мәңгелеккә ҡалып
Тик бәхетле мине итегеҙ.
Яҙмыш еле әйтсе әле миңә,
Күпме ҡалды икән көтәһе?
Тыныслығы менән күңелемдең
Килә алда ғүмер итәһе.
Әй ғүмерҙең алтын минуттары,
Китмәҫкә тип кире килегеҙ.
Шул миҙгелдә мәңгелеккә ҡалып
Тик бәхетле мине итегеҙ.
Әй илаһым, ярҙамыңдан мине
Ташламаҫһың әле ышанам.
Яңы таңдың һәр бер иртәһендә,
Йәндә өмөт тойоп уянам.
Әй ғүмерҙең алтын минуттары,
Китмәҫкә тип кире килегеҙ.
Шул миҙгелдә мәңгелеккә ҡалып
Тик бәхетле мине итегеҙ.
Айҙар Ғәлимов еще тексты
Другие названия этого текста
- Айҙар Ғәлимов - Яҙмыш еле /минус/ (0)
- Айҙар Ғәлимов - Яҙмыш еле /минус/ (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1