Һин һорама "Хәлең нисек?"- тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама "Һағындыңмы?"- тиеп,
Йөрәк һаман осрашыуҙар көтә.
Белгең килһә минең һағышымды
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Һин һорама "Һөйәһеңме?"- тиеп,
Мөхәббәтем йөрәгемде өтә.
Белгең килһә минең һөйөүемде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.
Айһылыу Солтанова еще тексты
Другие названия этого текста
- Айһылыу Солтанова - Күҙҙәремә ҡара (0)
- Ильгиза Муллабаева - "Күҙҙәремә ҡара" (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2