Һин минең йәнемдең яртыһы
1. Һин – минең йәнемдең яртыһы,
Йәшәйһең йөрәгем түрендә,
Нур һибеп бараһың юлыма
Балҡыйһың күңелем күгендә.
Ҡушымта:
Мин һине ғүмерем буйына
Ышыҡлап барырмын елдәрҙән.
Өҙөлһә бараһы юлдарың –
Үрермен мин күпер гөлдәрҙән.
2. Беҙ икәү – айырылмаҫ пар ҡанат
Бер кем дә керә алмаҫ араға.
Хәсрәтте бүлербеҙ икегә,
Сит – яттар тоҙ һалһа яраға.
3. Донъя был... Бармай ул гел тигеҙ,
Шатлыҡ бар тормошта, ҡайғы бар.
Ал ҡояш булып мин балҡырмын,
Күгеңде ҡаплаһа болоттар.
Айҙар Ғәлимов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1