Йыр яратам
Мөдәрис Ғәзетдинов көйө,
Зәйнәб Биишева һүҙҙәре
Йыр яратам, ярһып бер йырлаһам,
Ҡанатланам, күккә ашам мин.
Тыуған ергә шатлыҡ, бәхет яулап,
Ал таң булып һыҙылып атам мин.
Йыр яратам – йырҙа йәшәү сере,
Хеҙмәт дәрте, илхам, мөғжизә.
Тыуған моңдар ҡолағымда сыңлап
Оҙатып йөрөй һәр саҡ, һәр ерҙә.
Йыр йырлаһам, күтәрә алмаҫ ауыр
Ҡайғы хәсрәттәрем тарала.
Йөрәгемдә өмөт, шатлыҡ, бәхет
Сатҡылары балҡып ярала.
Ашҡынмаһа йөрәк, талпынмаһа
Йырҙар тыумаҫ ине атлығып.
Һөйөүҙәрем, көйөүҙәрем булмаҫ,
Булмаҫ ине йәшәү шатлығым.
Айҙар Ғәлимов еще тексты
Другие названия этого текста
- Айдар Галимов (М. Газетдинов кое, З. Биишева суз) - Йыр яратам (0)
- Айҙар Ғәлимов - Йыр яратам... (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2