Мин белмәем ер шарының һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен.
Беләм ҡайғы - шатлығыңа, яҙмышыңа бәйләнгәнмен.
Һарылғанмын һағышыңа, сырналғанмын сәстәреңә,
Тамсы булып һарҡылғанмын һинең ғәзиз йәштәреңә.
Уралғанмын моңдарыңа, уйылғанмын уйҙарыңа.
Сыҡмаҫ өсөн юлыҡҡанмын һинең барыр юлдарыңа.
Кисеүҙәр юҡ, кисеүҙәр юҡ, кисәлмаған мин диуана
Һин булғасың китеүҙәр юҡ, китеүҙәр юҡ был донъянан.
Мин белмәем ер шарының һинһеҙ, минһеҙ әйләнгәнен.
Беләм ҡайғы - шатлығыңа, яҙмышыңа бәйләнгәнмен.
Һөйөү менән әйләндем мин мәңгелеккә, мәңгелеккә.
Әйҙә ерем еләйек гелән изгелеккә игелеккә.
Айгуль Асадуллина еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1