Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Осрашҡандар көндәр төн менән.
Был доньяны белгәнемдән алып,
Һинең барлығыңды мин беләм
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым,
Йыраҡтан эҙләгән яҡыным.
Йөрәктә ҡабынған ялҡыным,
Һин ҡайҙа, мин шунда, Заһирым.
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Йөрәгемә ҡунды ялҡыны.
Бер ялҡыны донья балҡытырлыҡ
Һөйөү булғандыр ул, ахыры.
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм
Йондоҙҙарға йондоҙ атылғанда,
Ғүмерҙәре һүнеп юғала.
Ә мөхәббәт ғүмерҙәрҙән оҙон,
Мәңге янып, мәңге йырлана.
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/,
Шатланам, илайым һәм көләм.
Мөхәббәт алдында баш эйәм,
Һин кайҙа, мин шунда, Ғәлиәм, /Заһирым/.
Айгуль Баймурзина & Руслан Газизов еще тексты
Другие названия этого текста
- Фидан Ғафаров & Нурия Ирсаева - Ғәлиә менән Заһир йыры (караоке) (0)
- Фидан Ғафаров & Нурия Ирсаева - Ғәлиә менән Заһир йыры (минус) (0)
- Айгуль Баймурзина & Руслан Газизов - Ғәлиә менән Заһир йыры (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2