1)Шатлыҡ өҫтәп тормошома
Тыуҙың һин күҙ нурым.
Йоҡла, йом күҙең, йондоҙом,
Һиңә был йырым!
Ҡушымта:
Әли-бәли бәү-бәү,
Күҙ теймәһен, бәпкәм,
Ай нурҙары һинең йөҙөңдә.
Мөхәббәт емешем, алтыным, көмөшөм,
Йыһандың бар наҙы үҙеңдә,
Йоҡла балам, бәү-бәү...
2)Һин йылмайһаң, таң атҡандай,
Көлһәң, шишмә көнләшә.
Аҡ булһын ғүмер юлдарың,
Рәхәттә йәшә!
Ҡушымта:
Әли-бәли бәү-бәү,
Күҙ теймәһен, бәпкәм,
Ай нурҙары һинең йөҙөңдә.
Мөхәббәт емешем, алтыным, көмөшөм,
Йыһандың бар наҙы үҙеңдә,
Йоҡла балам, бәү-бәү...
3)Аяҙ булһын һәр саҡ күгең,
Матур төштәр күр һин.
Эй, Хоҙай, бар сабыйҙарға
Бәхеттәр бирһен!
Ҡушымта:(2)
Әли-бәли бәү-бәү,
Күҙ теймәһен, бәпкәм,
Ай нурҙары һинең йөҙөңдә.
Мөхәббәт емешем, алтыным, көмөшөм,
Йыһандың бар наҙы үҙеңдә,
Йоҡла балам, бәү-бәү...
Айгуль Утяганова еще тексты
Другие названия этого текста
- Айгуль Утяганова - Бишек йыры (0)
- Айгөл Үтәгәнова . - "Бишек йыры". (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2