Ниндәй утта янғанымды
Үҙем генә беләйемме?
Нишләргә, тип, кәңәш һорап
Ҡайындарға һөйләйемме?
Эй, ҡайындар, һеҙ ҙә әллә
Өҙөлөп-өҙөлөп һөйҙөгеҙме -
Минең кеүек мөхәббәттең
Ялҡынында көйҙөгөҙме?..
Аҡ ҡайындар йәшел шәлен
Һарыларга алмаштырған, –
Ниндәй уйҙар ҡайындарҙы
Һарыларға һабыштырған?
Эй, ҡайындар, һеҙ ҙә әллә
Өҙөлөп-өҙөлөп һөйҙөгеҙме -
Минең кеүек мөхәббәттең
Ялҡынында көйҙөгөҙме?..
Ҡайынҡайҙар япраҡ ҡоя,
Йыуатып, һуң, ни әйтәйем?!
Берсә күңеле өшөп китә,
Берсә яна йөрәккәйем.
Эй, ҡайындар, һеҙ ҙә әллә
Өҙөлөп-өҙөлөп һөйҙөгеҙме -
Минең кеүек мөхәббәттең
Ялҡынында көйҙөгөҙме?..
Айдар Галимов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1