Зарлы ҡош
Р.Сәлтәшов көйө Д.Булгакова һүҙҙәре
Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын
Толомдарын елгә туҙҙыра.
Ботағына уның кәкүк ҡунып,
Яңғыҙлыҡта ғүмер уҙҙыра.
Тик мин генә кәкүк моңон тыңлап
Моңһоулана кәкүк ҡайында.
Һин шул ҡайын булһаң, кәкүк булып
Ҡалыр инең ошо ҡайында.
Ҡушымта.
Саҡыра кәкүк, эй,саҡыра
Саҡырыуын бер кем ишетмәй.
Зарлы ҡошто парлы ҡоштар ах(ы)ры
Үҙ янында һис тә иш итмәй.
Тулҡынлана, шаулай аҡ ҡайын
Толомдарын елгә туҙҙыра.
Ботағына уның кәкүк ҡунып,
Яңғыҙлыҡта ғүмер уҙҙыра.
Айдар Галимов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1