Һиңә килдем, иркәм
Гыйльман Идрисов һүҙҙәре
Рим Хәсәнов көйө
Һиңә килдем, иркәм,
Үткән юлдарымдың,
Һанай-һанай алыс саҡрымдарын
Килдем, тормошомда
Кисеп яҙмышымдың
Шатлыҡтарын, һағыш ялҡындарын.
Һиңә килдем, иркәм,
Килдем йылдар буйы,
Һанай-һанай үткән көндәремде,
Баҫа алмайынса
Ярһып яныуҙарын
Әрнеп өҙгөләнгән йөрәгемдең.
Һиңә килдем, иркәм,
Бик һағынып килдем;
Шаулап-гөрләп йәмле яҙҙар еткәс,
Йыраҡтарҙан яҙған
Сәләм хаттарыңды
Көтә-көтә, түҙемлегем бөткәс.
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1