Шатлыҡтарың торған онотолоп
Борсолоуҙарың булған етәрлек
Шуға байрамҙарыңды ебәргәнһең
Тыйнаҡ ҡына итеп үткәреп
Ҡушымта(припев):
Әсәйемдең тыуған көнө бөгөн
Ярар инде Әсәй илама
Онотманым нисек итеп онотайым
Йә бер йылмай әле сыңлама
Ҡушымта(припев)
Ҡаушап ҡалған нурлы йөҙҙәреңә
Аҡ яулығың бигрәк килешә
Борсолма әле һин былай ҙа матур
Ғәҙи кулмәк кейгән килештә
Ҡушымта(припев)
Күстәнәстәр менән табын тулды
Ҡыуаныстар күберәк алдымда
Яныбыҙҙа йылы ҡояш булып
Йәшә әсәй шулай хаман да
Айдар Галимов- еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1