Томбойоҡ бүләк итмә
Я. Ҡолмой һүҙҙәре
Т.Шәрипов көйө
Моңһоу күлдең һылыу томбойоғон
Ҡулдарыңа тотоп, һин көтмә,
Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып,
Йөрәгемә һүнмәҫ ут ҡабыҙып,
Томбойоҡ бүләк итмә.
Томбойоҡ, томбойоҡ,
Ниңә шулай һин бойоҡ?
Әллә ниңә, әллә ниңә
Күңелемдә тынғы юҡ.
Томбойоҡ та сәскәләрен йомоп,
Бойоҡмаһа ине тын кистә.
Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй,
Томбойоҡтай бойоғаһым килмәй,
Томбойоҡ бүләк итмә.
Тирбәлдереп керһеҙ күңелемде,
Томбойоҡтар биреп елкетмә.
Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң,
Томбойоҡтай бойоҡ булма, тиһәң,
Томбойоҡ бүләк итмә.
Айдар Галимов еще тексты
Другие названия этого текста
- Айдар Галимов - Томбойоҡ бүләк итмә (баш.) (1)
- Айдар Галимов - Томбойоҡ бүләк итмә (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2