Айдар:
Ҡотҡар мине, был сикһеҙ көтөүҙән,
Йондоҙ һанап еләҫ елдә.
Ниһәйәт һине күреп һәм ҡосаҡлап
Йөрәк тибешеңде һиҙергә.
Минең хистәр, һис бер үҙгәрмәгән.
Мең йыл көтөп, анттар бирәм –
Күпме һынау көтһәлә беҙҙе,
Мин һине инде ебәрмәм.
Зиляра:
Ҡулдарымдан алда һин йом күҙҙәреңде,
Хәтерлә, беҙҙең бәхетле көндәрҙе,
Мөхәббәтебеҙ көслө тик аяныслы булды.
Белдерә лә алмай ҡалдыҡ яратыуыбыҙҙы.
Айдар:
Йөрәгем, төндәрен һыҙлана,
Һине уйлап ғазапландым.
Бик оҙаҡҡа мин яңғыҙым ҡалдым,
Тик башҡаса түҙә алмайым.
Көтәм һине, ышанаһыңмы көтәм,
Ғазапланһамда һинән китмәм,
Һинең мөхәббәтең һаҡлар боҙлоҡтан,
Китергә һиңә бирмәм.
Зиляра:
Ҡулдарымдан алда - йом күҙҙәреңде,
Хәтерлә беҙҙең бәхетле көндәрҙе,
Мөхәббәтебеҙ көслө тик аяныслы булды.
Белдерә лә алмай ҡалдыҡ яратыуыбыҙҙы.
Вместе:
Йөрәктәрҙә һәр саҡ шулай
Мөхәббәт сәскә атһын,
Мәңгелектән дә бергә
утергә яҙһын,.
Зиляра:
Мөхәббәтебеҙ көслө тик аяныслы булды.
Белдерә лә алмай ҡалдыҡ яратҡаныбыҙҙы.
Вместе:
Биргән анттарыбыҙҙы,
Һаҡларбыҙ беҙ ғүмергә,
Мөхәббәтебеҙ өсөн
Әҙербеҙ үлергә.
Айдар:
Биргән анттарыбыҙҙы,
Һаҡларбыҙ беҙ ғүмергә,
Зиляра:
Мөхәббәтебеҙ өсөн
Әҙербеҙ үлергә.
Айҙар:
Мөхәббәтебеҙ тылсымлы.
Йәшәһен ул мәңгегә.
Айдар Зарипов еще тексты
Другие названия этого текста
- Айдар Зарипов - Мөхәббәт (0)
- Айдар Зарипов - Мөхәббәт (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1