КЕМ?
Лилиә Һаҡмар һүҙҙәре
Айгөл Алсынбаева көйө
1. Хистәрҙе йыр итеүсе беҙ,
Кем генә беҙҙе белмәй.
Һалҡында йылытыусы беҙ,
Эҫелә – еләҫ елдәй.
Беҙ отҡор ҡыҙҙар,
Беҙ – шаян ҡыҙҙар.
Шат йондоҙҙар.
Ҡушымта:
Кем – гүзәлдәрҙән гүзәл заттан?
Кем – заман менән бергә атлай?
Кем – егеттәрҙең күңелен арбай?
Беҙ – отҡор ҡыҙҙар,
Беҙ – шаян ҡыҙҙар!
--------------------------------------------
2. Рәнйетмәгеҙ, илатмағыҙ,
Илаһаҡ – йыуатығыҙ!
Биҙәге ошо ерҙең беҙ,
Мөхәббәт – юлдашыбыҙ.
Мөхәббәт – юлдаш,
Йылмая ҡояш.
Ҡушымта:
Кем – гүзәлдәрҙән гүзәл заттан?
Кем – заман менән бергә атлай?
Кем – егеттәрҙең күңелен арбай?
Беҙ – отҡор ҡыҙҙар,
Беҙ – шаян ҡыҙҙар!
"Айназ" төркөмө, Алсынбаева Назгуль еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1