Бер йән инек, бергә көлгән инек,
Хәҙер инде бына беҙ - ике...
Беҙ икебеҙ инде - ике яҙмыш,
Тик үткәндәр, бел һин, минеке!
Минеке - был уйҙар, ай-йондоҙҙар,
Минеке был моңһоу тоноҡ һыу,
Минеке - был таныш яҡты һағыш,
Минеке - был ярһыу, болоҡһоу...
Үкенмәйем һине осратҡанға,
Булмағандан яҡшы - булғаны:
Һин минеке булып тыумаһаң да,
Һин минеке иттең донъяны!..
Рәми Ғарипов
Аҡйондоҙ (Азат Йыһаншин) еще тексты
Другие названия этого текста
- Аҡйондоҙ - Бер йән инек... (1)
- Аҡйондоҙ (Азат Йыһаншин) - Бер йән инек... (0)
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2