Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Айһылыу Солтанова - Күҙҙәремә ҡара /минус/ | Текст песни

Салауат Низаметдинов көйө
Зөһрә Ҡотлогидина шиғыры

Һин һорама \"Хәлең нисек?\"- тиеп,
Йәшәйем мин сабыр итә-итә.
Белгең килһә минең хәлгенәмде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.

Һин һорама \"Һағындыңмы?\"- тиеп,
Йөрәк һаман осрашыуҙар көтә.
Белгең килһә минең һағышымды
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.

Һин һорама \"Һөйәһеңме?\"- тиеп,
Мөхәббәтем йөрәгемде өтә.
Белгең килһә минең һөйөүемде
Күҙҙәремә ҡара, шул да етә.

Айһылыу Солтанова еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-