Салауат Низаметдинов көйө
Зөһрә Ҡотлогилдина шиғыры
Ялтыр боҙ һымаҡ был донъя,
Һаҡлар таяуы кәрəк.
Йығылып китеп, имгəндə,
Əсəй аяуы кәрəк.
Юлым уңмаҫ инде, әсәйемең
Фатихаһын алмай киткәнгә.
Үҙ самамды белмәй, тормошомдан
Артыҡ күпте өмөт иткәнгә.
Юлым уңмаҫ инде, әсәйемең
Фатихаһын алмай киткәнгә.
Бер һелкенеп тора донъя,
Ныҡлы терәге кәрәк.
Сайҡалғанда тотонорға,
Әсәй беләге кәрәк.
Юлым уңмаҫ инде, әсәйемең
Фатихаһын алмай киткәнгә.
Үҙ самамды белмәй, тормошомдан
Артыҡ күпте өмөт иткәнгә.
Юлым уңмаҫ инде, әсәйемең
Фатихаһын алмай киткәнгә.
Донъя буйлап атлағанда,
Əсəй телəге кәрəк.
Ҡыйын саҡта һыйынырға,
Әсәй йөрәге кәрәк.
Юлым уңмаҫ инде, әсәйемең
Фатихаһын алмай киткәнгә.
Үҙ самамды белмәй, тормошомдан
Артыҡ күпте өмөт иткәнгә.
Юлым уңмаҫ инде, әсәйемең
Фатихаһын алмай киткәнгә.
Албина Фәйрүзова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1