Гуру Песен Популярное
А Б В Г Д Е Ж З И К Л М Н О П Р С Т У Ф Х Ц Ч Ш Э Ю Я
# A B C D E F G H I J K L M N O P Q R S T U V W X Y Z

Албина Фәйрүзова - Хистәрем | Текст песни

Салауат Низаметдинов көйө
Розалиә Таһирова һүҙҙәре

Һөйгәнем һин күрәһеңме
Күктәремдә ай тулғанын?
Бәғырем ишетәһеңме
Йөрәгемдә йыр тулғанын?

Хистәрем, хистәрем ҡайнар саҡта
Бәғырем, бәғырем йыраҡтарҙа.
Хистәрем, хистәрем ташыр саҡта
Яҙмышым беҙҙе һаҡла.

Ҡәҙерлем онотмаҫһыңмы
Яҙҙарга тиңләгәнеңде?
Һөйөклөм хәтерләрһеңме
Йырҙарын тыңлағанымды?

Хистәрем, хистәрем ҡайнар саҡта
Бәғырем, бәғырем йыраҡтарҙа.
Хистәрем, хистәрем ташыр саҡта
Яҙмышым беҙҙе һаҡла.

Күҙ нурым һағынаммы
Сығырмын килер юлыңа.
Йондоҙом ашығаһыңмы
Мин көтөп алыр яныңа?

Хистәрем, хистәрем ҡайнар саҡта
Бәғырем, бәғырем йыраҡтарҙа.
Хистәрем, хистәрем ташыр саҡта
Яҙмышым беҙҙе һаҡла.

Албина Фәйрүзова еще тексты


Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1
Видео
Нет видео
-