Парлап та ғына парлап аттар ектем,
Нисәүһенә уның тай ектем.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Тайҡайҙарҙың хәлен оло ат белмәй,
Ҡыҙ баланың хәлен ят белмәй.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Арпа ла ғына сәсһәң, сәс сиҙәмгә,
Яҙғы ғына монар алмаһын.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Ҡыҙ балаҡай тыуһа, бәхете булһын,
Бәхете булмаһа, тыумаһын.
Эй, балам, ҡыҙ балам,
Ҡыҙ балаҡайымды ҡыҙғанам.
Алим Каюмов еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 1