1)Үҫтерәләр һөйөп, улым-кыҙым тиеп,
Тейҙермәйсә елдәр-ямғырҙар.
Атай-әсәйҙәрҙе үҙебеҙ дә шулай
Йәшәй алһак ине гел ҙурлап.
Ҡушымта:(2 раза)
Рәхмәтлемен Хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тиеп өндәшеү
Насып булһын һәр кемгә.
2)Тыуар көндәр лә, тыуған көндәр лә
Һөйөнөстәр генә китерһен.
Балаларым һөйөп,улым-кыҙым тиеп әйтеүләре шатлыҡ индерһен.
Ҡушымта:(2 раза)
Рәхмәтлемен Хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тиеп өндәшеү
Насып булһын һәр кемгә.
3)Ғүмерҙәр тиҙ үтә, айырыу да етә,
Өҙгөләнеп ҡала бәғерҙәр
Атай-әсәйҙәрҙе иҫән саҡтарында
Йәшәй алһак ине кәҙерләп.
Ҡушымта:( 2 раза)
Рәхмәтлемен Хоҙайыма,
Рәхмәтле мин һәр көнгә.
Атай-әсәй тиеп өндәшеү
Насып булһын һәр кемгә.
Алина Давлетханова еще тексты
Оценка текста
Статистика страницы на pesni.guru ▼
Просмотров сегодня: 2